«Башҡорт теле – ихлас тел»
Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.Ҡабаҡуш ауыл китапханаһында «Башҡорт теле – ихлас тел» исемле сара утте.Был сарала Ҡабаҡуш ауыл мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.Балалар Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән таныштылар.Башҡорт теле тураһында шиғыр уҡынылар,йырҙар тыңланылар.Собхангулова Айгөл Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»тигән шиғыры менән сығыш яһаны.Балаларға бик оҡшаны был сара.Туған телебеҙҙе һаҡларға,ул беҙҙең киләсәгебеҙ,тип таралыштылар балалар.


