#китапхана #алмаспасы #сәләмәтлек #витаминдардонъяһы #мулуңыш…
#китапхана
#алмаспасы
#сәләмәтлек
#витаминдардонъяһы
#мулуңыш
Ибраҡай ауыл китапханаһы 5-се һанлы филиал.
Бөгөн 19 август — Алма Спасы көнө.Алма был көндөң символы булып тора.Ә инде был көндә алма ашап теләгән теләктәр ҡабул була һәм тормошҡа аша икән.Алманың файҙаһы ҙур.Баҡсаларҙа алланып алмалар беште .Яңы өҙөлгән һуты ағып торған емеш тәмле лә һәм файҙалы ла.Ә киптерелгән алма бигрәктә файҙалы икән.Ошо көнгә арнап бөгөн беҙҙең китапханала Сәләмәтлек сәғәте үтте.Был сара ауыл медпунктында үтте.Сәриә Рауил ҡыҙы алманың үҫеп килгән организмға йоғонтоһо ,уның составында тимерҙең күплеге тураһында һөйләне.Балалар алманан ҡайнатмалар,һуттар һәм ҡаҡтар эшләнеүе тураһында ихлас һөйләнеләр.Сара аҙағында күмәкләп тәмле алмалар менән һыйландыҡ.Сара бик мәғәнәле һәм фәһемле булды.

