Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Районная межпоселенческая библиотека»

муниципального района Стерлибашевский район Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Районная межпоселенческая библиотека»

муниципального района Стерлибашевский район Республики Башкортостан

Стәрлебаштар билдәле яҡташтары, ғалим- хирург,…

31.10.2025

Стәрлебаштар билдәле яҡташтары, ғалим- хирург, медицина фәндәре докторы, профессор Марс Юлдашевтың атаһы Тимербулат Юлдашевты иҫкә алды. Ул Һуғыш ветераны, күп йылдар районда мәғариф өлкәһендә эшләгән. Бөгөн Тимербулат Юлдашевтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арнап Хәтер кисәһе уҙғарылды.
Район музейы һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре йөкмәткеле программа, Тимербулат Юлдашевтың шәжәрәһе, тормош һәм хеҙмәт юлы хаҡында бай күргәҙмә ойошторған. Фронтовикты белеүселәр, уның уҡыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Стәрлебаш районы Ветерандар Советы вәкилдәре, район дауахана хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар «Рух байрамы» нда ҡатнашты.
5- се класс уҡыусыһы Данислам Насиров ҡурай моңон һуҙҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Флүрә Арыҫланғолова һәм Рөстәм Ғәлиев, урындағы билдәле йырсы Миһран Ғәлиев халыҡ йырын яңғыратты.
— Минең уҡытыусым Тимербулат Юлдашев тәбиғәттән һәләтле, оҫта ойоштороусы, хәстәрлекле етәксе тип хәтерләйем, уҡыусыларға тауышын күтәрмәне, ижади эшләргә өндәне, уның өлгөһөндә үҙем уҡытыусы һөнәрен һайлап 35 йыл балаларға белем бирҙем, тип хәтер йомғағын һүтте, мәғариф ветераны Зөбәржәт Фәйзуллина.
Белгестәр Рабиға Нәҙершина, Зөлхизә Әсәҙуллина, Ләйлә Денисова, Зәйтүнә Ғәниева, Вячеслав Ниязғолов, Кәлимулла Шәрәфетдинов, Мансаф Ғәниев, Расфар Тимербулатов һ.б, яугир — уҡытыусы Тимербулат Юлдашев хаҡында тағы ла тулыраҡ мәғлүмәттәр еткерҙе.
— Ҡустым, хәлдәр нисек тип хуплар ине, беҙҙе студент саҡтарҙа Тимербулат ағай, тип иҫләп Әнғәм Атнабаевтың «Ағай кәрәк» шиғыры аша хәтерләне райондың элекке хакимиәт Башлығы Илдар Лоҡманов. Шағир Фәүҡәт Ҡотлошин уйландырырлыҡ шиғри һүҙен әйтте.
— Батальон комиссары, капитан, I, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, 5 хәрби миҙал менән бүләкләнгән яугир, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Стәрлебаш районы мәғариф бүлеге етәксеһе, 2се урта мәктәбендә 30 йыл директор вазифаһын башҡарып, ике мәктәп төҙөтөүсе атайым Тимербулат Миңлеғәле улы менән хаҡлы ғорурланам, тине улы Марс Юлдашев.
Әлбиттә, Тимербулат Миңлеғәле улы Юлдашевтың исемен мәңгеләштереүҙә уйланаһы урын бар әле, тип фекер алышты унда ҡатнашыусылар.
Фәнүзә Баһауетдинова

Поделиться: