Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Районная межпоселенческая библиотека»

муниципального района Стерлибашевский район Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Районная межпоселенческая библиотека»

муниципального района Стерлибашевский район Республики Башкортостан

#китапхана #БөйөкЕңеүгә80 #годСВОиподдержкаихчленовсемьи #МХОйылы #батырҙарғадан…

25.10.2025

#китапхана
#БөйөкЕңеүгә80
#годСВОиподдержкаихчленовсемьи
#МХОйылы
#батырҙарғадан
Ибраҡай ауыл китапханаһы 5-се һанлы филиал.
Дәшһәтле һуғыш бөткәнгә -80 йыл…Хәбәрһеҙ юғалған батырҙарыбыҙ тураһында хәбәрҙәр килеүен дауам итә.Шуларҙың береһе Ибраҡай ауылында тыуып үҫкән һәм ошо уҡ ауылдан Бөйөк Ватан һуғышына киткән — Хәсәнов Динислам Собханғол улы.Ул 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала. Ул Сиоленск өлкәһендә ерләнгән.Һикһән йылдан артыҡ ваҡыт үткәндән һуң уның даны тыуған ауылына батыр-яугир булып ҡайтты.Ошо айҡанлы ауыл мәҙәниәт йортонда Хәтер кисәһе уҙҙы. Был сараға Динисламдың ике туғандары(Собханғол бабайҙың балалары),уны белгәндәр,күршеләре йыйылды.Ҡунаҡтар тәүҙә обелискҡа сәскә һалды,ә сара аҙаҡ мәҙәниәт йортонда дауам итте.Зал сараға ярашлы итеп ойошторолғайны Үлемһеҙлек полкы,МХОлағы хеҙмәт иткән егеттәребеҙ тураһында стенд Хәсәновтаҙың ғаилә шәжәрәһе.Ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар ансамбеле матур күңелгә ятышлы йырҙары менән сәләмләне,һәүәҫкәр артистарҙа үҙҙәренең сығыштарын бүләк иттеләр.Ҡунаҡтарҙа буш килмәгән ,улар Ибраҡай ауылының Үлемһеҙ полкын тулыландырып ,яу яланында ятып ҡалған Хәсәновтарҙың фотоларын алып ҡайтҡандар,рәхмәт уларға.Яугир-герой тураһында үҙҙәренең беләгәндәрен һөйләнеләр,ауылдаштарҙың хәтирәләре килгән ҡунаҡтар өсөн яңылыҡ булды.Уларҙа берсә тулҡынланып,шул уҡ ваҡытта ғорурланып тыңланылар.Әлбиттә кисә тәмле сәй табыны артында тамамланды ,ҡунаҡтар рәхмәт әйтеп ,риза булып таралдылар.
Исемең ,даның тыуған ауылыңа ҡайтты,батыр,тыныс йоҡла,йәнең йәннәттә булһын,Динислам бабай!!!



Видео от Флюры Насыровой

Поделиться: