Халыҡ-ара Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ!
Ололар көнө хөрмәтенә Аллағыуат ауылы китапханаһында байрам үткәрелде. Аллағыуат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айзат Самат улы шәхсән оло йәштәге кешеләрҙе, шул иҫәптән Мостафина Заһира Хәйҙәр ҡыҙын да, барып ҡотланы.
Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ, хаҡлы ялдағы ололарыбыҙ! Халыҡ-ара Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө, йән тыныслығы, зирәк аҡыл, иң мөһиме — һаулыҡ-сәләмәтлек, иманлы, тәүфиҡлы, бәрәкәтле ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһа ла, Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә. Өйрәнһендәр йәштәр һеҙгә ҡарап, Һоҡланырлыҡ тормош көтөргә. Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе, Барыһына терәк булып, Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡта. Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр Юлдаш булһын ҡартлыҡта.



