Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Районная межпоселенческая библиотека»

муниципального района Стерлибашевский район Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Районная межпоселенческая библиотека»

муниципального района Стерлибашевский район Республики Башкортостан

Милли кейем көнө

12.09.2025

Ибраҡай ауыл китапханаһы 5-се һанлы филиал.

Милли кейем көнө! Ысынлап та,бәләкәйҙән һәр кем үҙенең милли асылын — кейемдәрен,тарихын,туған телен, мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Милли кейем — ул халыҡтың көнкүрешен,йәшәү рәүешен, тарихын ғына түгел, хатта уның күңел донъяһын да күрһәтә. Милли көнгә араналып республикабыҙҙа төрлө мәҙәни саралар үтә. Ошо сарала Ибраҡай ауылының «Ҡояшҡай»балалар баҡсаһы ла ҡатнашты. Улар был көндө ауыл китапханаһына һәм мәҙәниәт йортона экскурсияға килделәр. Улар унда башҡорт халҡының милли кейемдәре менән таныштылар. Китапханасы Флүрә Хайбулла ҡыҙы башҡорт халҡының йолалары һәм биҙәктәре менән ентекләп таныштырҙы. Балалар биҙәктәрҙе буянылар. Был саранан барыһы ла ҡәнәғәт булды.

Поделиться: