Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Районная межпоселенческая библиотека»

муниципального района Стерлибашевский район Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Районная межпоселенческая библиотека»

муниципального района Стерлибашевский район Республики Башкортостан

Билдәле булыуынса, күп кенә халыҡтар…

01.07.2021

Билдәле булыуынса, күп кенә халыҡтар мунса ингәндә, миндек ҡуллана. Миндек әҙерләүҙең дә үҙенә күрә йолаһы бар. Йәшәгән урынына ҡарап, уны төрлө ағас япрағынан яһағандар.
30 июндә Ҡабыҡҡыуыш ауылы китапханаһы,ауыл мәҙәниәт йорто эшмәкәрҙәре ,ағинәйҙәр менән берлектә миндек байрамы үткәрҙек.. Шулай итеп ауылдың ағинәйҙәре менән йәш быуын һәм балалар, тәбиғәт ҡосағына миңдек бәйләргә сыҡтыҡ. Ағаслыҡҡа килгәс , унан башта фатиха һораныҡ. Ағинәйҙәр «Фатиха» сүрәһе уҡығас эш башланды. Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре ағастарҙан миндек бәйләү серҙәре, уларҙың файҙаһы менән бүлеште. Шулай уҡ ,халҡыбыҙға хас булғанса уйын –көлкө ,йыр, бейеү ҙә ситтә ҡалманы.

Поделиться: